Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
4 Июнь 2025, 04:39

Башҡортостанға эҫе көндәр килә

Башҡортостанда һалҡын һәм ямғырлы көндәрҙән һуң эҫелек килә.

Башҡортостанға эҫе көндәр киләБашҡортостанға эҫе көндәр килә
Башҡортостанға эҫе көндәр килә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 6 июндә ямғырҙар туҡтай. Ҡорбан-байрам көнөндә көндөҙ +23 градус буласаҡ. Артабан температура күтәреләсәк – +27 градусҡа тиклем. 10 июндә көндөҙ +30 градусҡа тиклем йылыта. 8-10 июндә ҡояшлы, ямғырһыҙ буласаҡ. Төндә һауа температураһы +20 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

11 июндә көндөҙ +31 градус, ямғыр һәм йәшен көтөлә.

12-15 июндә, байрам һәм ял көндәрендә, бер аҙ һыуыта: көндөҙ +26, +27 градус, төндә +17 градус.

20-нсе һандарға табан көндөҙ +21, төндә +13 градусҡа тиклем һыуыта. Ай аҙағында көндөҙ +25, төндә +17 градус буласаҡ.

Автор:
Читайте нас