Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
4 Июнь 2025, 04:49

Бер ир янғында һәләк булған

Ут бер кемде лә аямай.

Бер ир янғында һәләк булғанБер ир янғында һәләк булған
Бер ир янғында һәләк булған

Башҡортостанда янғында ир кеше һәләк булған. Ауырғазы районында йортто һүндергәндә янғын һүндереүселәр уның кәүҙәһен диван янында таба.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғын төнгә табан бүрәнәнән һалынған шәхси йортта сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ бергәләп утты һүндергән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт эсендә 66 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереү үткәрә, алдан мәғлүмәттәр буйынса, янғын мәрхүмдөң тәмәке тартыуҙа һаҡһыҙлыҡ күрһәтеүе арҡаһында сыҡҡан булыуы ихтимал. Ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөм эшләй.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас