

Билдәләнеүенсә, Өфө урамдарының береһендә бер нисә кеше таяҡ менән йөрөгән егеткә һөжүм иткән. Башта урамда, һуңынан подъезда туҡмағандар.
Улар бер-береһен белгән, бергә эскәндәр. Инвалид егет иҫерек килеш таяҡ менән ҡыҙ, шуға дуҫтары ҡыҙҙы яҡлап, егетте туҡмаған.
Ваҡиға урынына полиция саҡырылған. Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, бергә эскән ваҡытта ыҙғыш сыҡҡан, һөҙөмтәлә бер-береһенә тән йәрәхәттәре яһағандар.
Полиция конфликтта ҡатнашыусыларҙы асыҡлаған, бүлеккә килтереп һорау алған. Улар бер-береһенә дәғүә белдермәгән, ғариза яҙырға теләмәгән. Тикшереү барышында етди зыян булмауы асыҡланған.