

Ике үҫмер машина эсендә янғында зыян күргән. 15 йәшлеге йәрәхәттәренән һуң дауаханала вафат булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүсеһе асыҡлауынса, 4 июндә республика райондарының береһендә ике үҫмер — 15 һәм 13 йәшлек малайҙар — шәхси биләмәлә торған «ВАЗ-2107» автомобилендә янғын ваҡытында йәрәхәтләнгән.
Янғын һүндереүселәр саҡырылмаған. Балаларҙы ашығыс рәүештә реанимацияға алып киткәндәр. 2010 йылғы үҫмер тәненең 80 проценты янған, уны яһалма комаға индергәндәр, тик 5 июндең иртәһендә ул вафат булған. 2012 йылғы икенсе үҫмерҙең тәне 50 проценты янған, ул әле дауаханала, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә.
Янғындың сәбәптәре әлегә асыҡлана, МЧС тикшереүселәре ваҡиғаның бөтә шарттарын өйрәнә.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.