Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Июнь 2025, 02:07

Һауа торошо

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә. Көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23°.

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Йома, 6 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +20, +25°.

Шәмбе, 7 июндә, яуым-төшөм көтөлмәй, көньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +21, +26°.

Йәкшәмбе, 8 июндә, һауа температураһы төндә +19°, көндөҙ +27° була. Яуым-төшөм көтөлмәй, тип хәбәр итте "Башинформ".

Автор:
Читайте нас