

Ир менән ҡатын йылы яҡҡа ял итергә йыйыналар икән. Тик нисектер билеттар бер көнгә тап килмәй.
Ир алданыраҡ оса.Был килеп урынлаша, бүлмә иркен, яҡты. Телевизоры, һыуытҡысы, кондеры - барыһы ла бар! Хатта интернетҡа тоташтырылған ноутбук та ултыра. Ир иртәгә юлға сығасаҡ ҡатынына электрон хат яҙырға була. Яҙыуын яҙа, тик ҡатынына ебәрәм тип хатты икенсе адресҡа ебәрә. Ә хат иһә, бөгөн генә ирен ерләгән тол ҡатындың почтаһына килеп төшә.
Тол ҡатын, ҡайғы уртаҡлашыусыларға яуап бирәйем тип почтаһын ҡарап ултырһа: "Әлегә өйҙә ултырыусы ҡатыныма" тигәнен күреп шаҡ ҡата. Шул арала бүлмәгә тол ҡатындың малайы килеп инә һәм ҡурҡыуҙан йөҙҙәре ағарып сыҡҡан әсәһенең иҙәнгә шыуып төшкәнен генә абайлап ҡала. Яҡыныраҡ килеп мониторҙа ошондай хатты уҡый:
"Ҡәҙерлем! Минән хат көтмәгәнеңде беләм. Бында интернет бар икән. Яҡшы килеп еттем, урынлаштым. Нимә кәрәк - вис бар! Һинең килеп етеүеңде түҙемһеҙлек менән көтәм! Һин дә иртәгә яҡшы ғына килеп етерһең тип ышанам!"