Бер кеше ҡыҙыл балсыҡты ваҡлаған да баҙарға алып барған.
- Сысҡан ағыуы! Бик яҡшы сысҡан ағыуы! – тип ҡысҡырып ултыра икән. Бының янына кешеләр йыйылып китеп:
- Быны нисек ҡулланырға һуң? – тип һораша башлаған.
- Уныһы ғына пүстәк инде. Башта сысҡанды ҡыуып тотаһың ла ҡайнап торған һыуға һалаһың. Ун минут тотҡандан һуң, өҫтөнә ошо ағыуҙы һипһәң, күҙ асып йомған арала донъя менән хушлашасаҡ, – тип "аңлатма" биреп ултыра икән теге.
Сығанаҡ: "Без бергә" төркөмө.