Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Июнь 2025, 03:30

Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 июнь)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 июнь)Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 июнь)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 июнь)

Ҡуҙы
Аҙна әүҙем һәм ваҡиғаларға бай буласаҡ. Яңы танышыу, һө­ҙөм­тәле осрашыу һәм ғәҙәти ритм­ды үҙгәртә алған тәҡдим көтә. Әм­мә ҡарарҙарҙа ашыҡмау мө­һим.

Буға
Төп иғтибарҙы өйгә һәм ғаиләгә йүнәлтергә кәрәк. Яҡындарығыҙҙан күңелле яңылыҡ йәки торлаҡ мәсьәләһендә уңышлы үҙгәреш булыуы ихтимал.

Игеҙәктәр
Осор эшлекле арала­шыу, ҡыҫҡа сәфәр һәм фекер ме­­нән алмашыу өсөн уңайлы була­саҡ. Карьераға йоғонто яһаусы кө­­­төлмәгән хәбәр көтөлә. Һиҙгерлегеҙҙе тыңлағыҙ — ул ҡатмарлы хәлдәрҙән иң яҡшы сығыу юлын күрһәтәсәк.

Ҡыҫала
Үҙегеҙгә иғтибар бирер­гә ваҡыт етте. Ысын теләктәре­геҙ­ҙе ишетер өсөн артыҡ ығы-зы­ғы­­нан һаҡланыу файҙалы булыр. Уҡыу­ға йәки ижадҡа бәйле ҡыҙыҡ­лы тәҡ­дим булыуы ихтимал.

Арыҫлан
Йондоҙҙар арыҫландар­ға ашыҡмаҫҡа һәм төп нәмәгә иғ­ти­бар итергә кәңәш итә. Эштә үҙеңде танытыу мөмкинлеге барлыҡҡа килеүе ихтимал, әммә әүҙемлек күр­һәтергә тура киләсәк.

Ҡыҙ
Аҙна эштә лә, уйҙа ла тәр­тип урынлаштырыу һәм планлаш­тырыу өсөн яраҡлы. Ҡыҙҙар баш­лаған эште тамамларға мөмкинлек аласаҡ. Финанс өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр булыуы мөмкин.

Үлсәү
Осор икеле булырға вәғә­ҙә итә: төрлө вариант араһында һай­лау мөмкинлеге бар. Ашығыс ҡа­рарҙан баш тартығыҙ. Элекке аң­лашылмаусанлыҡты хәл итергә яр­ҙам иткән асыҡтан-асыҡ һөй­ләшеү булыуы ихтимал.

Саян
Саяндарға һиҙгерлек дө­­рөҫ йүнәлеш би­рәсәк. Был күп­тән башланған эш­те тамамлау һәм ижад өсөн уңай­лы ваҡыт.

Уҡсы
Был осор яңы мөмкин­лек­тәр аса: эштә, мөнәсә­бәт­тә, ҡарашта. Эске һығылмалы­лыҡ­ты һаҡлау һәм үҙгәрештән ҡурҡ­мау мөһим. Аҙнала күңелле ос­ра­шыу йә­ки алыҫтан хәбәр көтөлә.

Ылаҡ
Сыҙамлыҡ күрһәтергә ту­ра киләсәк: ваҡиға тәртип һәм иғтибар талап итәсәк. Әгәр ҙә ҡот­ҡо­­ға бирелмәһәгеҙ, күп нә­мә­гә өл­­­­­гә­шә аласаҡһығыҙ. Эште ал­дан план­лаштырыу яҡшыраҡ.

Һыуғояр
Күңел торошо үҙгәреүсән була, әммә был һыуғоярҙарға ижад һәм көс бүләк итәсәк. Шәхси тормошта көтөлмәгән йәки илһамландырыусы һөйләшеү булыуы мөмкин.

Балыҡ
Осорҙа эске тигеҙлек һәм рухи уңайлылыҡ мөһим. Ба­лыҡтарға бәхәсте һәм ашығыс ҡа­рарҙы кисектерергә кәрәк. Аҙнала эш менән бәйле ҡыҙыҡлы тәҡдим алырһығыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас