Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Июнь 2025, 00:39

Салауат Юлаев һәйкәлен тантаналы астылар

 Ул республиканың Салауат районында урынлаштырылған.

Салауат Юлаев һәйкәлен тантаналы астыларСалауат Юлаев һәйкәлен тантаналы астылар
Салауат Юлаев һәйкәлен тантаналы астылар

Һәйкәл — Өфө ҡалаһындағы билдәле Салауат Юлаев һәйкәленең күсермәһе, ул тиҙҙән реставрацияға оҙатыласаҡ. Монументта: «Салауат Юлаев (1754–1800) — башҡорт халҡының милли геройы» тип яҙылған.

«Салауат районына ингән ерҙә, сиктә, башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл тантаналы асылды. Салауат Юлаев — беҙҙең республиканың символы, ул беҙҙең хәтерҙә халыҡтың хоҡуғы һәм иреге өсөн көрәшсе булып мәңге ҡаласаҡ. Ерле батырыбыҙҙың рухы йөрәктәребеҙҙә йәшәһен, ил өсөн изге эштәргә дәрт бирһен!» — тип яҙҙы Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов үҙенең социаль селтәрҙәрендә.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:
Читайте нас