

Ике ҡатын ике бала (5 һәм 12 йәш) менән урманда йөрөгәндә уларға айыу осраған. Ял итеүселәр ныҡ ҡурҡҡан, “112” номерына шылтыратҡан.
Ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп, уларҙы хәүефһеҙ урынға эвакуациялаған һәм психологик ярҙам күрһәткән, тип хәбәр иткән РБ Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов. Ҡотҡарыу хеҙмәте был ауыл эргәһендә айыу осрау осраҡтары йыш булыуын иҫкәртә һәм һаҡ булырға саҡыра.