Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Июнь 2025, 04:13

КӨЛӘМӘС. Аждаһа менән башҡорт

     

КӨЛӘМӘС. Аждаһа менән башҡортКӨЛӘМӘС. Аждаһа менән башҡорт
КӨЛӘМӘС. Аждаһа менән башҡорт

Аждаһа татар, башҡорт һәм урыҫты ҡулға эләктереп ала. Кәйефе шәп, тамағы туҡ булғанғамы икән, был өсәүгә шарт ҡуя:

- Анауы ҡалҡыулыҡты күрәһегеҙме? Шуны уратып йүгереп килегеҙ. Кем беренсе булып килә - теймәйем, ҡайтарып ебәрәм. Был өсәү йән-фарман саба. Башта татар, артынан урыҫ килеп етә.

- Ҡайҙа өсөнсөгөҙ, ҡайҙа теге тәбиғәт балаһы? - тип һорай аждаһа.

Теге икәү яуап бирә:

- Ул башҡорт "Ороп бирәйем аждаһағыҙҙы!" тине лә, бер-ике ҡурай үләнен ҡырҡып алып йәйләүенә ҡайтып китте!.. - тимәһендәрме

Йылмай

Автор:
Читайте нас