

Уларға ярҙамға дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары килгән. Альпинист ҡорамалдары ярҙамында туристарҙы аҫҡа төшөргән.
«Маршрутты һәм һауа торошон алдан өйрәнегеҙ. Уңайлы аяҡ кейеме һәм сағыу кейем кейегеҙ. Бәйләнеш сараларын алығыҙ. Яҡындарығыҙға план тураһында хәбәр итегеҙ. Көстәрегеҙҙе артыҡ баһаламағыҙ — һауа торошо насарайһа, кире ҡайтыуығыҙ хәйерле», — тип иҫкәртте ҡотҡарыусылар.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты телеграм каналы.