Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Июнь 2025, 05:06

Ямғыр туҡтай. Тик ҡасан

Бөгөн, 23 июндә, көндөҙ ҡайһы бер урындарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Айырым райондарҙа йәшен булыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан уртаса, көсәйеүсән. Һауа температураһы +16,+21°.

Ямғыр туҡтай. Тик ҡасанЯмғыр туҡтай. Тик ҡасан
Ямғыр туҡтай. Тик ҡасан

Шишәмбе, 24 июндә, яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә ел йүнәлеше үҙгәреп тора, көслө түгел, көндөҙ көнсығыштан уртаса. Төндә +7,+12°, көнсығышта +2°-гә тиклем, көндөҙ +16,+21°.

Шаршамбы, 25 июндә, төндә яуым-төшөм булмаясаҡ, көндөҙ ҡайһы бер урындарҙа аҙ ғына ямғыр. Ел төндә үҙгәреп тороусы, көсһөҙ, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан уртаса. Һауа температураһы төндә +6,+11°, көндөҙ +18,+23°.

Автор:
Читайте нас