Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
29 Июнь 2025, 10:02

14 йәшлек баланы...

Салауатта 14 йәшлек баланы талағандар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан. Енәйәтсе ҡулға алынған.

14 йәшлек баланы...14 йәшлек баланы...
14 йәшлек баланы...

Үҫмер полицияға һөйләүенсә, ишек шаҡығас, ул асҡан, унда таныш булмаған ирҙе күргән. Ир үҙен әсәһенең танышы тип таныштырған һәм өйгә ингән. Телевизор, кеҫә телефоны һәм 1000 һум аҡса алып сыҡҡан. Малайға зыян килтермәгән, тик ныҡ ҡурҡытҡан.

Баланың әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Енәйәтсе ҡулынан бармаҡ эҙҙәре табылған, малай һөйләгәндән фоторобот төҙөлгән. Һөҙөмтәлә полиция шикле кешене тапҡан һәм ҡулға алған. Ул 38 йәшлек урындағы ир булып сыҡҡан.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас