

Сибай ҡалаһынан бер ҡатын Баймаҡ районында еләк йыйғанда аҙашҡан. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, ул төркөмдән артта ҡалып, юлды юғалтҡан. Туғандары ярҙам һорап ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Ҡотҡарыусылар ҡатынды урманда тиҙ арала тапҡан, ярҙам күрһәткән һәм туғандарына тапшырған.