

Бөгөн дә төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ҡайһы бер урындарҙа йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса, йәшен ваҡытында көсәйә. Төндә һауа температураһы +9, +14 градус, көндөҙ +17, +22 градус.
Иртәгә, 30 июндә һауа торошо бер аҙ яҡшыра — ҡайһы бер урындарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғырҙар булыуы ихтимал. Һауа температураһы +18, +23 градусҡа тиклем күтәрелә.