Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Июнь 2025, 03:15

Урманда аҙашмаҫ өсөн

Еләк-емеш, бәшмәк йыйыу ваҡыты етһә, хатта ял итеүселәр араһында ла урманда аҙашыу осраҡтары күбәйә. Ял насар тамамланмаһын өсөн, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ябай, ләкин мөһим ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрә. Урманға сығыр алдынан яҡындарығыҙға ҡайҙа барыуығыҙҙы, ҡасан ҡайтыуығыҙҙы әйтегеҙ.

Урманда аҙашмаҫ өсөнУрманда аҙашмаҫ өсөн
Урманда аҙашмаҫ өсөн

Үҙегеҙ менән алығыҙ:

1. Тулы зарядлы телефон һәм power bank.
2. Һыу һәм аҙыҡ.
3. Сағыу төҫтәге кейем (камуфляж түгел!).
4. Һыҙғыртҡыс, фонарик, һыу үтмәҫ төргәктә шырпы.
5. Һауа торошон белегеҙ – томан йәки ямғыр юлдан яҙҙырырға мөмкин.

Әгәр юлдан яҙһағыҙ:

- Туҡтағыҙ, паникаға бирелмәгеҙ.
- 112-гә шылтыратығыҙ – сигнал насар булһа ла, саҡырыу үтә ала.
- Геолокация ебәрегеҙ (интернет булһа) йәки яҡындағы ориентирҙарҙы (йылға, вышка) һүрәтләгеҙ.
- Сигнал бирегеҙ: сысҡырығыҙ, ағасҡа һуғығыҙ, сағыу әйбер менән ҡул болғағыҙ.

Түбәндәгеләрҙе эшләмәгеҙ:

- Урманға төпкә үтмәгеҙ – һаҙлыҡҡа йәки ярға барып сығырға мөмкин.
- Билдәһеҙ сығанаҡтарҙан һыу эсмәгеҙ.
- Эҫе булһа ла, кейемегеҙҙе сисмәгеҙ – төндә һыуыта.

Автор:
Читайте нас