Бүләкләргә хәлдән килмәгәндә
Теләктәргә һаран булмайыҡ.
Ихлас һүҙҙәр бүләктән дә оло,
Буш һүҙ генә тиеп ҡуймайыҡ.
Матди бүләк, бәлки, һис кәрәкһеҙ
Әйбер булып ятыр буталып.
Әйткән һүҙҙәр ҙә бит матдиләшә,
Кеше күңеленә ҡот һалып.
Һүҙҙең көсө уҡтан яман етеҙ,
Ҡайнарлығы – уттан ялҡынлы.
Һүҙ тәьҫире: сәғәт-минутында
Быуып ала хатта алҡымды.
Тылсымлы һүҙ йәнгән дауа бирә,
Ҡөҙрәтлеһе күккә күтәрә.
Ағыулыһы түшәктәргә йыға,
Аҫтын өҫкә донъяң түңкәрә.
Изге һүҙҙәр ҡунһын тел осона,
Теш артында ҡалһын яманы.
Һүҙ дошман да, дуҫ та була белә,
Кешеһенә бәйле ҡалғаны.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
Теләктәргә һаран булмайыҡ.
Ихлас һүҙҙәр бүләктән дә оло,
Буш һүҙ генә тиеп ҡуймайыҡ.
Матди бүләк, бәлки, һис кәрәкһеҙ
Әйбер булып ятыр буталып.
Әйткән һүҙҙәр ҙә бит матдиләшә,
Кеше күңеленә ҡот һалып.
Һүҙҙең көсө уҡтан яман етеҙ,
Ҡайнарлығы – уттан ялҡынлы.
Һүҙ тәьҫире: сәғәт-минутында
Быуып ала хатта алҡымды.
Тылсымлы һүҙ йәнгән дауа бирә,
Ҡөҙрәтлеһе күккә күтәрә.
Ағыулыһы түшәктәргә йыға,
Аҫтын өҫкә донъяң түңкәрә.
Изге һүҙҙәр ҡунһын тел осона,
Теш артында ҡалһын яманы.
Һүҙ дошман да, дуҫ та була белә,
Кешеһенә бәйле ҡалғаны.
Автор фотоһы.



