Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
10 Июль 2025, 11:23

ДОҒА-ТЕЛӘК ДӨРӨҪ БУЛҺЫН

    

ДОҒА-ТЕЛӘК ДӨРӨҪ БУЛҺЫНДОҒА-ТЕЛӘК ДӨРӨҪ БУЛҺЫН
ДОҒА-ТЕЛӘК ДӨРӨҪ БУЛҺЫН

Һүҙ ауыҙың эсендә булғанда, уға һин хужа, ауыҙыңдан сыҡһа, ул - һиңә, тип белмәй әйтмәйҙәр. Өләсәйҙәр беҙ­ҙе: «Юҡ-барҙы һөйлә­мә­геҙ, го­наһ була», - тип ки­ҫә­теп үҫ­терҙе. Бөгөн һүҙ, йәғ­ни мәғ­лүмәт заманында йә­шәйбеҙ. «Һүҙ һөйләгәндә лә иғтибарлы булырға кә­рәк икән, от­пуск алып, ғү­мерҙә күрмә­гән берәй ҡа­лаға барырға кә­рәк ине, тип һөйләнә лә йө­рөй инем, бы­йыл отпуск мәлендә армияла йәрәхәт алған улым эргә­һенә барып ҡайтырға тура кил­де», - тип һөйләгәйне танышым.
Тағы бер осраҡ: беҙҙең ауыл­дан бер ҡыҙ, Өфөләге Са­ла­уат Юлаев һәйкәлен бер күҙем менән генә күр­һәм дә риза булыр инем, тип хыяллана. Хыялы тормош­ҡа аша - Өфөгә барғанда ҡыш­ҡы сытлама һыуыҡ була, ма­шина тәҙрәһен бармағын ба­­ҫып ҡына иретеп, Салауат Юлаев һәйкәлен һыңар күҙе менән генә ҡарап үтә ала...
Ҡыҫҡаһы, теләк теләгәндә, доға ҡылғанда, бик иғтибарлы булырға кәрәк - Ишетеү­се, Ҡабул ҡылыусы, Яҙмыш­тарҙы хәл итеүсе бар!

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас