

“Ағыуҙар тарихы. Кисәгеһе, бөгөнгөһө һәм киләсәге" тигән китап һатып алғайным бер мәл. Былай ғына, эс бошоп киткәндә уҡыштыра башлағайным, ирем күҙгә күренеп үҙгәрҙе, әй!!!
Инде өсөнсө көн эшенән ваҡытында ҡайта, бысраҡ һауыт-һаба күренмәй, сүп-сар биҙрәһе тулыр-тулмаҫ сығарып түгелә. Ниндәй генә тәҡдим, теләк түгел әле, әйтһәм дә, ике ҡуллап риза була, йылмайып ҡына йөрөй.
Бик һәйбәт китап. Һеҙгә лә кәңәш итәм!