

Бының өсөн кәрәк:
- айыу баланы - 250 г
- шәкәр онтағы - 120 г
- йомортҡа аҡһымы - 3 дана
- тоҙ - 2 г
Әҙерләү тәртибе:
1. Айыу баланын йыуырға һәм киптерергә. Еләкте блендер менән ваҡларға. Шәкәр онтағы өҫтәргә.
2. Масса ҡуйырғансы әкрен утта 6-7 минут ҡайнатырға. Һуңынан уттан алып, бүлмә температураһына тиклем һыуытырға.
3. Аҡһымды тоҙ менән тотороҡло күбеккә тиклем бутарға. Һалҡын еләк пюреһына аҡһымды әкрен генә ҡуйырға.
4. Килеп сыҡҡан массаны майланған порциялы формаларға һалырға. 180°С температурала 20 минут самаһы бешерергә. Тәмлекәсте әҙерләгән ваҡытта мейесте асырға ярамай.
5. Суфлены мейестән сығарғас, шәкәр онтағы һибергә һәм шунда уҡ өҫтәлгә йылы итеп бирергә була.