

Бер ваҡыт ғаилә пар киноға барырға, ә балаларын бала ҡараусы менән ҡалдырырға ҡарар итә. Улар балаларҙы йоҡларға һала, шуға күрә йәш ҡатынға һәр хәлдә өйҙә ултырырға ғына кәрәк була.
Тиҙҙән ҡыҙ күңелһеҙләнә һәм ул телевизор ҡарарға була. Ул балаларҙың ата-әсәһенә шылтыратып, уларҙан теливизорҙы ҡабыҙырға рөхсәт һорай. Улар, әлбиттә, ризалаша, әммә уның тағы бер үтенесе була... Ул тәҙрә артында фәрештә статуяһын нимәлер менән ябып ҡуйырға ярамаймы тип һорай, сөнки ул уны ҡурҡыта. Бер секундҡа трубкала тынлыҡ урынлаша, һәм ҡыҙ менән һөйләшкән ата: "балаларҙы алып, өйҙән ҡас... беҙ полицияға шылтыратабыҙ. Беҙҙә фәрештә һыны юҡ."
Полиция өйҙә ҡалғандарҙың барыһын да үле килеш таба. Фәрештә статуяһы бер ҡасан да табылмай...