

Өс әбей Әнисә исемле әхирәттәренә ҡунаҡҡа барған, ти. Уныһының хәтере насарыраҡ, шуға, онотмаҫ өсөн, аш-һыу бүлмәһенең ишек башына "сәй эсергә" тип яҙып ҡуйған икән. Әхирәттәренә бер тапҡыр сәй эсергәс, яҙыуҙы күреп тағы ла эсерә икән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Әхирәттәре сәй эсеп, ҡайтырға сыҡҡан. Беренсеһе икенсеһенән:
- Әнисә ни эшләп беҙгә сәй эсермәне икән ул?!
Икенсе әбей:
- Атағатаҡ! Беҙ Әнисәлә булдыҡмы ул?
Өсөнсө әбей:
- Әнисә лә Әнисә тип һөйләйһегеҙ, уныһы кем тағы?
Әнисә әбей иһә өйөндә ултыра ти, "Был өс хәстрүш бөгөн киләме юҡмы шул?!" тип.