Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Июль 2025, 06:06

Ҡурҡыныс миҙгел

Йәй - күңелле генә түгел, ҡурҡыныс та миҙгел. Быйыл йыл башынан тәҙрәнән 23 бала ҡолап төшкән, 3 сабый һәләк булған, 20-һе ауыр йәрәхәттәр менән ҡотолған. Балаларығыҙға иғтибарлы булығыҙ! 

Ҡурҡыныс миҙгелҠурҡыныс миҙгел
Ҡурҡыныс миҙгел

Күптән түгел Стәрлетамаҡта Дуҫлыҡ урамында бер йәшлек баланың тәҙрәнән ҡолап төшөүе тураһында хәбәр иттеләр. Малай әлеге ваҡытта дауаханала. Һуңыраҡ Хоҙайбирҙин урамында дүрт йәшлек малай тәҙрәнән ҡолап төшөүе хаҡында мәғлүмәт булды. Уны ла ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡандар.

Әле һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо хәбәрҙе еткерҙе: тәүге осраҡта йәш ярымлыҡ бала 3-сө ҡаттан ҡолап төшкән булған. Уның хәле яҡшырған, реанимация бүлегенән дөйөм палатаға күсергәндәр. Икенсе пациент – 4 йәшлек малай ауыр хәлдә. Уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.

Автор:
Читайте нас