

✓ Еләктән үҫемлектәрҙең көсөн алған бөтә кәрәкмәгән мыйыҡты алып ташларға кәрәк. Тик үҫентенең үҙенә зыян итмәгеҙ. Шулай уҡ зарарланған йәки һарғайған япраҡтарын алып ташлағыҙ, тупраҡты йомшартығыҙ.
Емеш биргәндән һуң, еләккә мотлаҡ туҡландырыу кәрәк. Минераль ашлама ҡулланыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, калийлы ашлама үҫемлек өсөн бик яҡшы туҡланыу.
✓ Ҡарағаттан уңыш йыйғандан һуң үҫентеләрҙең башын ҡыҫҡартырға була. Был киләһе йылда емеш бирәсәк ян-яҡ үҫентеләрҙең үҫешен әүҙемләштерә. Иртә өлгөргән ҡарағат сортын көҙҙө көтмәйенсә, июль аҙағында уҡ тунарға мөмкин.
✓ Виноград ҡыуағының артыҡ үренделәрен мотлаҡ алып ташларға кәрәк. Шулай уҡ яҡшыраҡ һәм тиҙерәк өлгөрһөн һәм туҡланыу тәлгәшкә барып етеүен тәьмин итеү өсөн ҡыуаҡты ҡырҡып тороу шарт. Һабаҡта 10-15 япраҡ ҡалдырығыҙ.
✓ Июлдә помидор артыҡ ботаҡтарын формалаштыра, уларҙы даими рәүештә өҙөгөҙ. Шулай уҡ был осорҙа үҫемлеккә фосфор-калий ашлама менән сифатлы дөрөҫ туҡландырыу талап ителә. Ергә тейгән аҫҡы япраҡтарын ҡырҡығыҙ.
✓ Һарымһаҡ тәрбиә талап итә. Түтәлде яҡшыраҡ елләтеү өсөн утарға һәм мотлаҡ көҙгө фосфор-калий ашламаһы менән туҡландырығыҙ. Һыу һибеүҙе туҡтатырға мөмкин.