Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Июль 2025, 03:09

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә

Быйыл яңы уҡыу йылы алдынан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе 26 августа Бөрөлә ойошторола. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо хаҡта иғлан итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда август кәңәшмәһе күп йылдар дауамында тәүге тапҡыр республиканың баш ҡалаһынан ситтә, атап әйткәндә, Стәрлетамаҡта үтте һәм «Төбәк мәғариф системаһының стратегик йүнәлештәре» темаһына арналды.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә
Автор:
Читайте нас