Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Июль 2025, 01:00

Әсә тип әйтеп ҡара инде шунан

Мәләүездә йәшәгән 41 йәшлек ҡатындың үҙ балаһына түләргә тейешле сумма 1 миллион һумға еткән. Бәләкәй малай сабый сағынан дәүләт тәьминәтендә. Ул әсә һөйөүенең һәм хәстәрлегенең нимә икәнен бөтөнләй белмәй. Ҡатын, балаға бүләк килешеүен рәсмиләштергәнен һәм тиҙҙән фатир уның файҙаланыуына күсәсәсәген белдереп, барлыҡҡа килгән бурысты үҙ ирке менән түләүҙән баш тарта. Әммә был суд ҡарарын үтәмәү өсөн сәбәп түгел.  

Приставтар ҡатынға ҡарата эш ҡуҙғатҡан. Ул бәйләнешкә сыҡмағас, бурыслыға барғандар. Ишекте уның иптәше аса. Тәүҙә "Мин һеҙҙең менән бер ҡайҙа ла бармаясаҡмын», — тиһә лә, ҡатын суд приставтары менән оҙайлы һөйләшеүҙән һуң ул риза була. Ҡатын-ҡыҙҙы бүлеккә алып киләләр. Суд приставы-башҡарыусы уны административ яуаплылыҡҡа тарттыра.

Әсә тип әйтеп ҡара инде шунан
Әсә тип әйтеп ҡара инде шунан
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас