

Бер ир яңғыҙ башына Италияла ял итеп алған арала шундай сибббәр генә, күҙҙең яуын алырлыҡ итальян ҡыҙы менән сыуалышып, аҡылынан яҙғансы ғашиҡ булған, ти. Күпмелер ваҡыттан ҡыҙ ауырға ҡалыуы тураһында хәбәр итә быға. Ир:
— Миңә ҡайтып килергә кәрәк, ә һин бала таба тор. Тыуһа шундуҡ хәбәр итерһең, бисә менән айырылышып, килеп етермен!..
Ҡыҙ:
— Нисек хәбәр итәйем, ҡатының белмәҫлек итеп?..
Ир:
— Телеграмма һуғырһың, "МАКАРОН" тип кенә яҙ ҙа, аңлармын! - ти.
Ир ҡайтып киткән. Һигеҙ айҙан һуң бисәһе иренә эшкә шылтырата һәм аңлайышһыҙ телеграмма килеүе тураһында хәбәр итә.
Кисен ҡайтҡас ир телеграмманы уҡыған да, хушынан яҙған ти, унда:
"Өс порция макарон. Сосискаһыҙ!" - тип яҙылған булған.