Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Июль 2025, 07:00

Өй эйәһе

“Көнгәк” гәзите биттәрендә сәйер хәлдәр, ғибрәтле яҙмыштар хаҡында уҡырға яратам. Өй эйәһе бармы-юҡмы тип һораған яҙманы уҡығас, мин дә үҙем ишеткән ваҡиғаны яҙырға булдым. Студент йылдарында бер ҡыҙ һөйләгәйне. Күп балалы ғаиләлә һәр ваҡыт тауыш була. Йә бер бала илай, йә икенсеһе. Уныһы тымһа, иҫерек атаһының ҡысҡырғаны ишетелә. Әсәһе өлгөрә лә алмағандыр инде – йыш ҡына өйҙәре бола ла булған. Бер заман был йортта бик сәйер хәл була башлаған. Төндә тиктомалдан ут ҡабынған йә радио-телевизор тоҡанған, һауыт-һаба төшөп ватылған. Таҙа, йыуылғандары түгел, киреһенсә, кистән йыуылмай ҡалғандарының ярсыҡтары иҙәндә туҙышып ятҡан. Тәүҙә балаларҙың береһе шулай ҡыланалыр тип, үҙен тынысландырған ата менән әсә бер кисте ныҡлы ҡурҡыуға ҡалған: сәңгелдәктәге бала күҙен шкаф башынан алмай икән. Ара-тирә йылмайып та ҡуя ти.

Өй эйәһеӨй эйәһе
Өй эйәһе

Ҡурҡышынан ир тороп бер стакан көмөшкә һемереп йоҡларға ятҡан. Иртән уянһа, сыр яланғас ҡаҡ иҙәндә ята, ә кейеме йыуынды һыу эсендә икән. Һинең эшең тип бисәһенең сәсенә йәбешергә итһә, кире урынына ҡолаған. Ул арала балалар уянып көлә ти.

Ир аптырап ауылдаштарына һөйләгән, улары күрше ауылда йәшәгән күрәҙәсегә барырға ҡушҡан. “Өй эйәһе барлығын һиҙһәгеҙ, уның менән ихтирамлы булығыҙ, өйөгөҙҙө лә, үҙегеҙҙе лә тәртиптә тотоғоҙ”, - тип ҡайтарып ебәргән.

 Шул көндән башлап хужалар һәр кесе йома өйҙө яҡшы итеп йыйыштырып, мунса яғып инеп, кер йыуып, төпкө мөйөшкә өй эйәһе өсөн яңы сепрәк ҡуйған. Шулай итә башлағас, уларҙың ғаиләһендә тыныслыҡ урынлаша, ир менән ҡатын, балалар мөнәсәбәте, тәртибе яҡшыра, ниндәйҙер наҙлы, изге тылсым тарала, донъялары яҡтыра, ҡотлораҡ була. Бала-саға ауырымаған, йортҡа ҡот-бот, бәхет ингән.

Ауылда хәбәр тиҙ тарала бит. Был ғаилә тарихынан һуң, бөтә күршеләр ҙә өйҙәренең ҡото — өй эйәһен хөрмәтләп, ғаиләһендә тәртип булдырған. Халыҡ ышаныуынса, өй эйәһе риза булған йортта ҡот, бәрәкәт һәм бәхет була.

Ирина МӨХӘМӘТОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас