Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн төбәктә болотло һауа торошо көтөлә. Ваҡыты-ваҡыты менән ямғыр яуа, ҡайһы бер көнсығыш райондарҙа көслө яуым.
Һауа температураһы төндә +9,+14°, көндөҙ +18,+23°.
Автомобиль юлдарында ямғырҙа күреү мөмкинлеге 1 -2 километрға тиклем насарая. Төндә һәм иртән автомобиль юлдарының айырым участкаларында 500-1000 м күреү мөмкинлеге менән томан төшә.
Автор фотоһы.