Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
29 Июль 2025, 04:02

КӨЛӘМӘС. Шәп башҡорт

    

КӨЛӘМӘС. Шәп башҡортКӨЛӘМӘС. Шәп башҡорт
КӨЛӘМӘС. Шәп башҡорт

Бер башҡорт заводҡа эшкә урынлашырға килгән икән. Кадрҙар бүлегенә ингәс һорай, ти:

- Ә һеҙҙә башҡорттар эшләйме?

- Юҡ, башҡорттар эшләмәй!..

- Шәәәп! Урынлашам улай булғас! 

Быны эшкә алғандар, цех буйлап ҡулдарын кеҫәләренә тығып һәптәндәп йөрөп ята ти башҡорт. Мастер күреп ҡалған да:

- Ял сәғәте етмәгән бит әле, ниңә эш урыныңда түгелһең!?

- Ә миңә кадрҙар бүлегендә һеҙҙә башҡорттар эшләмәй тип әйттеләр!!! - тимәһенме...

Йылмай

Автор:
Читайте нас