

Һуңғы йылдарҙа республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән креатив индустрияны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.
Һәр кемдән үҙаллылыҡ, тырышлыҡ талап иткән беҙ йәшәгән заман ниндәйҙер шөғөл үҙләштереүҙе, белмәгәнеңде өйрәнеүҙе талап итә.
Гәзит уҡыусыһына булдыҡлы ир-егет, тәжрибәле иретеп йәбештереүсе Венер Бикташевтың исеме яҡшы таныш. Баҫма биттәрендә тимерҙән көнкүреш кәрәк-ярағы етештереү менән шөғөлләнгән яҡташыбыҙҙың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы реклама иғландары йыш донъя күрә.
Район-ҡала халҡына тимер ҡапҡа, декоратив биҙәү өлгөләре, ҡойма, мангал һәм башҡа кәрәк-яраҡ етештергән оҫтаның даны яйлап тирә-яҡҡа ла тарала бара.
Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ситтә эшләп үткәргән егет, ғаиләле булғас, тыуған ерендә төпләнеп, йәшәйеш өсөн файҙалы кәсеп булдырыу тураһында ныҡлап уйлана. Ҡулы эш белгәс, «Теләгән - йылан ите ашаған», «Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан» тигәндәй, теләген тормошҡа ашырыр өсөн бөтә көсөн һәм тырышлығын һалып, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышлы ғына эшләп китеүгә өлгәшә.
Бөгөн йүнселдең ҡасандыр күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән хеҙмәт урыны һәм күп төрлө кәрәкле ҡорамалы бар.
Уның үҙ ҡулдары менән ябай тимерҙән булдырған күркәм эштәрен күргәс, «аһ!» итәһең. Юғары сифатлы, ныҡлы ҡапҡа, ҡойма, шешлек бешереү өсөн мангал һәм башҡа әйберҙәргә күпме күңел йылыһы һәм күҙ нуры һалынғанын аңлайһың.
Венер Салауат улы заказдарҙы тейәп кенә ебәрмәй, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре менән кәрәк ергә барып урынлаштырып уҡ бирә. Төрлө диаметрлы НКТ һәм профилле торбаны ла уның үҙенән алыу мөмкинлеге бар.
Тәбиғәттән рәссам оҫталығы һалынған кәсепсе яһаған әйберенә ҡабатланмаҫ биҙәктәр һалып, һәр ҡайһыһын айырым зауыҡ менән эшләй. Уларҙы яһаған тимер сифатына ла иғтибар итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Оҫта етештергән тауар менән үҙенә барып йә интернет селтәрендәге «Бәйләнеш» төркөмөнә, ватсапҡа ҡуйылған фоторәсемдәр аша ла танышырға мөмкин. Венер уларҙың һәр ҡайһыһын үҙенә эшләгән кеүек сифатлы итеп эшләй.
Бөгөн теләгән әйберҙе магазиндан һатып йә интернеттан яҙҙырып алып булған заманда төп иғтибарҙы сифатҡа бирергә кәрәклекте ул яҡшы аңлай. Үҙен һайлаған һатып алыусыһының ышанысын аҡлар өсөн көс һала.
Көнкүрештә киң ҡулланылыш тапҡан, хужаһына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк ҡул эштәрен башҡаларҙа күргәндәрҙең ҡыҙыҡһыныуы артып, уны юллап табыусылар бихисап.
- Бөгөн ҡапҡа, ҡойманың төрлөһө бар. Кешегә кәрәкле әйберҙе етештереүселәр ҙә етерлек ул. Бер нимәгә лә ҡытлыҡ булмаған заманда йәшәйбеҙ. Шулай ҙа, юғары сифаттың ни икәнен аңлағандар һанға түгел, тап сифатлы тауар эләктерергә тырыша, - ти йүнсел.
Бөгөнгө төрлө технологогия үҫешкән заманда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн еңелерәк кәсеп табыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырмайҙыр. Бер төймәгә баҫып ҡына, әҙер әйберҙе һатып ҡына ла аҡса эшләүселәр юҡ түгел. Беҙҙең яҡташыбыҙ уны беләк көсөнә таянып, тир түгеп табырға күнеккән. Тимер тиклем тимерҙе үҙенә буйһондора алған милләттәшебеҙ көнкүреш өсөн мөһим эшмәкәрлек алып барып, йәшәйешебеҙҙе уңайлыраҡ, еңелерәк һәм йәмлерәк итеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Фотолар архивтан.