

Был йәйе лә
Үтте, бөттө инде.
"Китмә" тейеүҙәрҙән ни сара?
Еңел холоҡло егет
Булдың бит, йәй!?
Һиңә ышанған үҙем..
Бисара...
Бүләк иттең ҡосаҡ
Сәскәләрҙе.
Ҡойондорҙоң ҡояш
Нурында...
Ышанғайным, мәңге
Ҡалырмын тип
Ҡайнар ҡуйыныңда,
Уйыңда.
Хушлашмай ҙа китеп
Бараһың, йә...
Һалҡынына көҙҙөң
Ҡалдырып.
Ә мин... Ғәфү итәм.
Һәм көтәм.
Осрашыуҙар көтәм
Талпынып!
Әнүзә НИҒМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Сығанаҡ: "Ағиҙел" журналы төркөмө.