

Бының өсөн кәрәк (2 порцияға):
ташҡабаҡ - 500 г;
кишер - 100 г;
һарымһаҡ - 2 теш;
зәйтүн майы - 30 мл;
лимон һуты - 15 мл (1 ҡалаҡ);
базилик киптерелгән - 1 балғалаҡ;
тоҙ, ҡара борос - тәмгә ҡарап.
Әҙерләү:
Таш ҡабаҡты һәм кишерҙе йыуып, киптереп, корея кишере кеүек ҡырғыстан үткәрергә. Һарымһаҡты таҙартырға һәм ваҡларға.
Табала зәйтүн майын йылытырға һәм һарымһаҡ менән кишерҙе 3 минут ҡыҙҙырырға. Шунан ҡабаҡ өҫтәп, бутарға.
Ҡабаҡты уртаса утта, шыйыҡса бүлеп сығарғансы, 5-7 минут ҡыҙҙырырға. Тоҙ, ҡара борос һәм базилик өҫтәргә.
Утты арттырырға һәм 3-5 минут һыуы тулыһынса парға әйләнгәнсе ҡыҙҙырырға. Таш ҡабаҡ йомшаҡ булырға, әммә шул уҡ ваҡытта һығылмалылығын һаҡларға тейеш.
Утты һүндерергә һәм ҡабаҡ «лапшаһын» лимон һуты һибергә.
Ашығыҙ тәмле булһын!