

Август - йәйҙең һуңғы айы,
Түгел яҙҙың йылы майы.
Ауғансы бер ултырырға,
Сығып тора әле яйы.
Август - йәйҙең бәрхәт мәле,
Ауыҙҙарҙа емеш тәме.
Ауғансы бер ултырыуҙа
Түгел әле тормош йәме.
Август - көҙгә баҫыр бер мәл,
Ҡасырлыҡ юҡ унан әмәл.
Йәйҙән көҙгә күсә барыу -
Ғүмер эсендәге ғәмәл.
Август айы моңһоу бағып
Бер йәш өҫтәр миңә тағы.
Аумай ғына, аяғымда,
Көҙҙәремә еткән сағым...
Мәүлит КӘРИМИ.
Автор фотоһы.