

Ир ҡорона еткән бер егет күҙҙең яуын алырлыҡ, шул тиклем сибәр бер ҡыҙға ғашиҡ була.
Атаһын кәләш һоратырға ебәрә. Атаһы иһә, ҡыҙҙы күрә лә, үҙе ғашиҡ була... Ата менән ул араһында ыҙғыш ҡуба. Былар муллаға бара. Мулла ҡыҙҙы күрә лә, үҙе ғашиҡ була... Китәләр ҡазыйға. Ҡазый ҙа ҡыҙға ғашиҡ була. Талаш көсәйгәндән көсәйә генә.
Шунда ҡыҙ быларҙы туҡтата ла, әйтә:
- Кемегеҙ мине беренсе булып ҡыуып етә, мин шуныҡы булам, - ти ҙә, атҡа атланып сабып китә. Тегеләр ҡыҙ артынан ҡыуа төшә. Бара торғас, береһе атынан ҡолап ҡала, икенсеһенең эйәре ысҡынып осоп төшә... Шунда ҡыҙ туҡтай ҙа:
- Минең исемем - Донъя, күпме генә минең арттан ҡыуһағыҙ ҙа, ҡыуып етә алмаясаҡһығыҙ! - ти.
Шулай, дуҫтар! Донъя артынан ҡыуып та, әле бер кемдең дә уны тотоп алғаны юҡ. Бер кемебеҙ ҙә был Донъяға мәңгелеккә килмәгәнбеҙ. Шуға күрә ата-әсәләрҙең, туғандарҙың, яҡындарҙың, балаларҙың, таныш-белештәрҙең, дуҫтарҙың ҡәҙерҙәрен белеп, һәммәбеҙгә татыулыҡта йәшәргә яҙһын.