Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Август 2025, 02:05

Матурлыҡҡа тырышлыҡ һалына

«Йәшел хужалыҡ» ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт күҙ алдыбыҙҙа.

Матурлыҡҡа тырышлыҡ һалынаМатурлыҡҡа тырышлыҡ һалына
Матурлыҡҡа тырышлыҡ һалына

Йыл әйләнәһенә беҙ йәшәгән урамдарҙы, күп ҡатлы йорт ихаталарын, ял итеү майһансыҡтарын таҙа тотоу өсөн көс һалған, теге йәки был урында ҡулына эш ҡоралы тотоп тәртип булдырып йөрөгән «Йәшел хужалыҡ» ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт күҙ алдыбыҙҙа. Уларҙың көн дә башҡарған ауыр хеҙмәте әллә ни күҙгә эленеп бармаһа ла, һәр ҡайһыбыҙ өсөн кәрәкле һәм мөһим.

Йәйге миҙгелдә ойошмала эшләүселәрҙең иңенә мең төрлө мәшәҡәт, шул иҫәптән урамдарҙағы сәскә түтәлдәрен тәрбиәләү ҙә өҫтәлгән.

- Уҙған йылдар тәжрибәһен алһаҡ, «Йәшел хужалыҡ» йылы миҙгелдә уртаса 46 меңгә яҡын бер йыллыҡ үҫемлек ултырҡан. Был һанға тотороҡһоҙ һауа шарттарына бәйле, шулай уҡ вандалдарҙан зыян күргән юғалтыуҙар ҙа инә, - ти хеҙмәт һағы белгесе Әлфирә Мырҙағолова.

Һәр йылдағыса, быйыл да ҡала урамдарын, ял итеү урындарын, парк һәм скверҙарҙы төрлө төҫтәге петуния, һары бәрхәт, бордо колеусы, виола, цинерария, декоратив кәбеҫтә, ҡыҙыл сальвия йәмләй.  

Улар яҡшы үҫһен өсөн микроэлементтар менән дөрөҫ туҡландырыу мөһим. Тупраҡ минераль ашлама менән байытыла.

Хатта иң ҡупшы түтәл дә, тирә-яғында туҙан һәм бысраҡ булһа, үҙ күркәмлеген юғалта. Шуға күрә, матурлыҡ тыуҙырыусыларға тротуарҙарҙы, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындарҙы һәм юлдарҙың бер өлөшөн таҙа тотоу бурысы ла йөкләтелә. Был эшкә баш ҡаланың иң билдәле «коммунальщигы» булғанған «МТЗ-82» тракторҙары йәлеп ителә. Улар алғы һәм артҡы яҡтан һыу һауыттары менән йыһазландырылған. Һыу насос ярҙамында махсус щеткаға ебәрелеп, таҙарта башлай һәм йыйылған саңға һауаға күтәрелергә ирек бирмәй.

Түтәлдәргә һыуҙы «ЗИЛ» машинаһы һибә. Уның водителенә ойошма эшсеһе лә ярҙамлаша. Һыу һибеүгә ямғырлы һауа торошо булмаһа, көн һайын иртәнге 4-5-тәр тирәһендә сығалар...

Мәҡәләне гәзиттең 33-сө һанында уҡығыҙ.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас