Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Август 2025, 02:05

Ике әтәс һуғыша...

Уларҙың береһе икенсеһен еңә. 

Ике әтәс һуғыша...Ике әтәс һуғыша...
Ике әтәс һуғыша...

Ике әтәс һуғыша. Уларҙың береһе икенсеһен еңә. Шунан һуң, еңеүсеһе бейек кәртә өҫтөнә осоп менә лә, маҡтанып ҡысҡыра башлай.

Оҙаҡ ваҡыт та үтмәй, көтмәгәндә бөркөт осоп килеп, маһайып, маҡтанып торған әтәсте бәреп төшөрә. Ул кәртә өҫтөнән һуғылып төшкән әтәсте осло тырнаҡтарына эләктереп  алып осоп китә.

Бынан бер аҡыл: Аллаһы Тәғәләнең донъяла иң һөймәгәне - ул тәкәбберләнеп, маһайып танау сөйгәндәр. Тәкәбберләнеү барлыҡ йән эйәһенә - булһын кеше, мал-тыуар, белә тороп был эшенән тыйылмаһа, әлеге әтәс кеүек тиҙ арала язаһын аласаҡ.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас