Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Август 2025, 02:00

Аҙналыҡ йондоҙнамә (25 - 31 август)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (25 - 31 август)Аҙналыҡ йондоҙнамә (25 - 31 август)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (25 - 31 август)

Ҡуҙы
Ҡуҙыларға хәрәкәттә бу­лыу мөһим. Мөнәсәбәттә кө­төлмәгән танылыу һәм аңлау мөм­кинлеге бар. Эштә һеҙҙе бәхет кө­тә - туҡтатылған проект, урындан ҡуҙғаласаҡ.

Буға
Һөнәри өлкәлә көтөлмә­гән тәҡдим булыуы мөмкин, ул баш­та сәйер тойола­саҡ. Шәх­си тормошта иғтибар үҙә­­ген­дә буласаҡһығыҙ.

Игеҙәктәр
Уйҙарығыҙ менән һаҡ бу­лығыҙ. Тирә-яҡ һеҙҙе ише­тә кеүек. Һеҙ әйткән һүҙҙәр айы­рым көскә эйә буласаҡ. Яңғыҙлыҡ осоро айырыуса емешле була.

Ҡыҫала
Ҡыҫалалар һүҙ артыҡ бул­­ған мәлде кисерәсәк - бер ҡараштың нимә бул­ғанын аң­лар­ға яр­ҙам итә. Төштәр сағыу һәм символик буласаҡ.

Арыҫлан
Кешеләр һеҙгә тарты­ла­­саҡ. Шәх­си тормошта баш­­­ҡаларға ил­һам сы­ғанағы бу­лыр­­­һы­ғыҙ.

Ҡыҙ
Һәр хәрәкәт, ҡараш — ба­рыһы ла мәғәнәле буласаҡ, әйтер­һең дә, һеҙ ҡапыл йәшерен текст уҡыр­ға өй­рәндегеҙ. Эштә ваҡ-тө­йәк нәмәне күреү һәләте ҡатмар­лы хәлде хәл итеү­ҙең ас­ҡысы булсаҡ.

Үлсәү
Аҙна үлсәүҙәр өсөн уңыш­лы. Яҡындарығыҙ ғә­жәп­­лән­дерә ала - көтөлмәгән хәс­­тәр­­лек, танылыу, өнһөҙ ярҙам - ара­­­ғыҙ­ҙа­ғы күҙгә күренмәгән еп ныҡ­­­лы­раҡ булып тойоласаҡ.

Саян
Күрергә мөм­кин булмаған трансформацияны тоя­һығыҙ. Был кризис түгел, ә эс­ке торош. Һиҙгерлегегеҙ юға­ры кимәлдә эшләйәсәк - һеҙ ни­мә буласағын алдан бе­лер­һе­геҙ.

Уҡсы
Эштә һеҙ ваҡиға үҙәгендә бул­ырһығыҙ. Һеҙҙән тәж­­рибә уртаҡлашыуығыҙҙы һо­рауҙары ихтимал. Ҡыҫҡа сәфәр ары­­ғанлыҡтан ҡотолорға яр­ҙам итер.

Ылаҡ
Башҡаларҙың мөнәсәбәтен дөрөҫ тойорһоғоҙ. Эш­тә кемдеңдер һеҙҙең ярҙамға мохтаж булыуын белерһегеҙ.

Һыуғояр
Шәхси тормошта һеҙ һәм башҡалар араһында телепатик бәй­ләнеш барлыҡҡа килеүен тоя­һығыҙ. Яңы проект һеҙгә тыныслыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерер.

Балыҡ
Бөтә ерҙә билдә күрер­һегеҙ: һөйләшеүҙә, осраҡ­лы осрашыуҙа. Эштә тойғо буйынса ҡабул иткән ҡарар дөрөҫ була. Ялға ла ваҡыт бүлергә онотмағыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас