

Тантаналы өлөштә ҡунаҡтарҙы мәҙәни-ял үҙәге директоры Әлфиә Грязнова сәләмләне. Артабан ҡунаҡтар өсөн күңел асыу программаһы ойошторолдо. Концерт, төрлө уйындар һәм конкурстар төрлө йәштәгеләр өсөн байрам кәйефен тыуҙырҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла йәмле йәйҙән кинәнес алырға мөмкинлек бирҙе. Нөгөш, Трясино, Нордовка, Васильевка, Һарыш ауыл мәҙәниәт учреждениеларының ижади коллективтары һәм солистары әҙерләгән концерт фестивалгә килеүселәрҙең күңеленә хуш килде. Үҙешмәкәрҙәргә ҡушылып йырланылар, бейенеләр, рәхәтләнеп күңел астылар.
Урындағы ҡул эше оҫталары, һөнәрселәр әҙерләгән сауҙа рәттәре лә күҙҙең яуын алды. Был көндө һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл дә тапты, үҙе теләгән үҙенсәлекле уйынсыҡтар, биҙәүестәр, ағас әйберҙәр, сувенирҙар, шулай уҡ төрлө үлән сәйҙәрен тәмләп ҡарай һәм һатып ала алды. Кескәйҙәр өсөн - уйын, йәйҙең йәмле бер көнө иҫтәлеген сағылдырған фото зоналар ҙа эшләне. Теләүселәр пониҙа йөрөнө. “Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре үҙенең биләмәһендә үҫкән үләндән әҙерләгән сәй өҫтәле янында ла йәнле һәм күңелле булды.
Шулай ҙа байрамдың төп ваҡиғаһы барыһы өсөн дә бал йәрминкәһе ине. Балдың төрлө сортын һатып алыу мөмкинлегенән тыш, ҡунаҡтар өсөн балды тәмләп ҡарау ойошторолдо. Тәбиғәт биргән файҙалы һәм татлы ризыҡтың төрлө өлгөләрен шулай итеп баһаланылар. Бал өсөн иң күп тауыш йыйған умартасы еңеүсе булды. Шулай итеп, был көндө Мәләүездән Юлия Макарованың сәскә-йүкә балы иң яҡшыһы тип билдәләнде һәм умартасы “Башҡортостан” милли паркы биләмәһенә бушлай 20 умарта ҡуйыуға сертификат алды. Әйткәндәй, Юлияның балы 2023 йылда ла иң яҡшы тип танылғайны.
Бал байрамы “Башҡорт балы” брендын артабан популярлаштырыу йәһәтенән бик отошло булғандыр, сөнки үрҙә әйтеп китеүебеҙсә йәрминкәлә илдең төрлө мөйөшөнән туристар ҙа бар ине. Мәҫәлән, Сорғот ҡалаһынан Антонина Фәйзуллина бына оҙаҡ йылдар тик Башҡортостанда етештерелгән балды ғына ала икән.
-Башҡорт балының ниндәйен генә алһаң да, ҡарабойҙаймы ул, йүкә йәки сәскә балымы – барыһы ла шифа ғына. Шуға күрә үҙемә лә, балаларҙың ғаиләһенә лә ҡыш буйына етерлек тик Башҡортостан балын ғына алам. Дарыу булғас, уны самалап ҡына ҡулланырға кәрәк. Сәй эскәндә ҡалаҡ тултырып ашау артыҡ ул, минеңсә. Мин уны йоҡо тыныс булһын өсөн кисен ятыр алдынан йылы һыу менән генә эсәм, косметологияла ла ҡулланам, ти ул.
Эйе, бал файҙалы матдәләргә бай, бик яҡшы энергия сығанағы, көс бирә, имунитетты нығыта.
-Бал ҡорттарының кешелек йәшәйешендә ниндәйҙер тылсымлы, ҡөҙрәтле урын биләүе һәр кемгә лә билдәле.Балдың файҙаһын да барыбыҙ ҙа белә. Уның сихәте тураһында хатта Ҡөрьәндә лә яҙылған. Изге китабыбыҙҙың 16-сы сүрәһе “Бал ҡорто” тип аталып, 68-69-сы аяттарҙың тулыһынса бал ҡорто һәм балдың шифаһына арналған, - ти Римма Яҡшыева.
Мәҙәни-ял үҙәге белгесе Гөлгөнә Саҡаева билдәләүенсә, бал байрамынан һәр кем күңеле булып ҡайтты – кемдер бал алып, икенселәре һатып, өсөнсөләре аралашып, тәжрибә уртаҡлашып ҡыуанды. Ысын халыҡ байрамы булды ул.
Лена АБДРАХМАНОВА.