Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Август 2025, 01:05

Йөрәк ҡыҫып ала...

Йәш өҫтәлә килә бирәуйландыра икән,үткән тормош, буш хыялдарэс яндыра икән.

Йөрәк ҡыҫып ала...Йөрәк ҡыҫып ала...
Йөрәк ҡыҫып ала...

Йәш өҫтәлә килә бирә
уйландыра икән,
үткән тормош, буш хыялдар
эс яндыра икән.

Юҡ-барына артыҡ көйөп
бармайһың да икән,
ә, шулай ҙа, йөрәк ҡайсаҡ
ҡыҫып ала икән.

Үткәндәге ҡылыҡтарға
оялдыра икән,
эс сереңде дуҫтарыңа
сисмәйһең дә икән.

Ҡайғы-хәсрәт сәскәйҙәргә
эҙҙәр һала икән,
һиҫкәндереп, тетрәндереп,
әрнетә лә икән.

Остоҡ ҡына шатлыҡҡа ла
ҡыуанаһың икән,
йәшәүҙәрҙән төңөлгәндә
уянаһың икән.

Ғүмер матур икәнлеген
аңлайһың да икән,
аҡыл ғына үтә һуңлап,
һуңлап керә икән.

(Гөлфиә Ниғмәтуллина)

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас