Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Август 2025, 03:05

Ауыл кешеһе

Мин һоҡланам ауыл кешеһенә,Ғәжәпләнәм уға көндән-көн.Күрһәтергә ине шул кешегәХеҙмәтенә күрә хөрмәтен.

Ауыл кешеһеАуыл кешеһе
Ауыл кешеһе
Мин һоҡланам ауыл кешеһенә,
Ғәжәпләнәм уға көндән-көн.
Күрһәтергә ине шул кешегә
Хеҙмәтенә күрә хөрмәтен.
 
Ауыл кешеһенең кендеге
Тыуыу менән ергә береккән.
Юҡтыр, уның кеүек, тыуған ерен
Гөл-баҡсаға күмеп, үҙ иткән.
 
Барып ял итеп ҡайт, тиһәң,
Уйлай тәүҙә йортон-ҡураһын.
Кемгә ҡалдырайым икән ти ул,
Көс, тир түгеп ҡорған донъяһын.
 
Ялға китһәм, донъя туҡтала:
- Малдарыма бесән кем һала?
- Һыйырым бар, уны кем һауа?
- Бесән етте, уны кем саба?
Бармаҫ өсөн йөҙ сәбәбен таба.
 
Баҡсамдағы картуфты ла
Үҙем утамаһам, кем утар?
Көтөү сираты ла етеп килә,
Минән башҡа уны кем көтөр?
 
Нисә һыйыр, нисә һарыҡ бар,
Ҡаҙ, өйрәге, күркә, себеше.
Ялға китһәм, минән башҡа,
Кем эшләр һуң бөтә был эште?
 
Баҡса артындағы ҡойма ауған,
Эшләйһе бар шуны яңынан.
Ял итергә балаларҙың
Балалары ҡайта ҡаланан.
 
Эй, шатланып ҡаршы алаһың,
Арттарынан әйҙә сабаһың.
Шул балалар менән мәж килеп,
Йәй төҫөн дә күрмәй ҡалаһың.
 
Көҙ барырға тиһәң, картуфың бар,
Кишер, сөгөлдөрөң баҡсала.
Ҡаҙып алып баҙға тултырғансы,
Һалҡын ҡышы инде башлана.
 
Ауыл йорто ҡала йорто түгел,
Бер йоҙаҡҡа ғына бикләргә.
Ун ишектә - ун йоҙаҡ, ҡапҡаға ла
Терәү кәрәк һөйәп китергә.
 
Һалҡын ҡышта өйҙө ташлап,
Нисек инде сығып китәһең?
Котел һүнеп, торба шартлаһа,
Унан нисек ҡайтып етәһең?
 
Нисек арт ҡыҙҙырып ятмаҡ кәрәк,
Сөнки уға ваҡыт ҡәҙерле.
Ят нәмә ул ауыл кешеһенә
Эшһеҙ ятыу, ашап әҙерҙе.
 
Ял итергә уның ваҡыты юҡ,
Көн тыуҙымы, уны эш көтә.
Яҡҡан мунса, һөтлө сәйе булһа,
Ауыл кешеһенә шул етә.
 
Тыуған ергә булған мөхәббәт
Ауыл кешеһенең ҡанында.
Аңлар өсөн бының барыһын
Күп кәрәкмәй, тыуыу етә,
Бер бәләкәй генә ауылда!
 
Жәүит Шәкиров
Автор фотоһы. 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас