

Туғандар йыйылған табында ҡунаҡҡа йыйылдыҡ, өҫтәлдә ҡалаҡ һалырға урын табылмаҫ, иркенлекте, муллыҡты күрһәткән ризыҡтар. Бына өҫтәп матур аш табаҡтарында һимеҙ һөҙлөклө бишбармаҡ килде, еҫтәре күптәнән танауҙы ҡытыҡлай ине.
-Һимеҙлеге, салған ҡорбанлығыңды Аллаһыбыҙ ҡабул итеп алһын.
-Тоҙлоғон айырым алмағанһың...
- Миңә өҫтөн һалма, май ярамай....
-Минең дә бауырым ауырта, бөтөнләй һимеҙҙе яратмайым, хатта һыйыр майын да...
-Мин дә диетала!
Янымда ултырған йәш кеше туғандарҙың бер ни тиклем тынып ҡалғандарын көттө лә һүҙ башланы.
-Әле һөйләшкәндәрегеҙҙе тыңлап ултырҙым да, күптәр үҙҙәренең хәтерҙәре насарайыуына зарлана, йәштәр ҙә үҙҙәренең ихтибарһыҙлығын таный, ә бының сәбәбе бәлки мейегә май барып етмәүе түгелме?
Мейе өсөн иң беренсе сиратта май кәрәк, төрлөһөнән, сәтләүек майы, һыйыр майы, һалдаттарға ла һәр иртә май бирелә, был юҡҡа түгел.
Иҫбатлай алмайым, әммә ололарҙың деменция, склероз, балаларҙың аң кимәле түбән булып тыуыуы ошоға бәйле түгелме икән, ауырлы әсә күп осраҡта кәүҙә ауырлығын һаҡлап диета тотһа...
Өҫтәл артындағылар уйға ҡалды:
-Әсәйем мине бәләкәй саҡта, һыу мейе, тип әрләгәнен хәтерләйем.
Оло ҡоҙағыйҙың хәтерләүенә башҡалар ҡушылды.
-Минең әсәйем башына май һала ине...
-Ә минеке яңы ғына һуйылған тауыҡтың эс майын түбәһенә һалып, өҫтөнән сәй ҡурғашын ҡаплап яулығын ябынғаны булды.
— Өләсәйем сәсемә май тансҡағандан һуң ҡулындағы майын һөртөп, ялтыратып тарап, үреп ебәрер ине.
-Ауырығанда ҡоротло һурпа эсерҙе...
-Ҡыҙым сирләгәндә буҫтама япты.
Һыу мейе - мейегә май кәрәк, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тәрәндән аңлаған бороңғолар.
Һимеҙ һурпа һалынған тәрилкәләребеҙҙе бөтәбеҙ ҙә мыжымай ғына ялтыратып ҡуйҙыҡ, хужаларҙың салған ҡорбандары ҡабул булһын, Аллаһыбыҙҙың рәхмәте төшһөн.
Гөлдәр әбей.
Сығанаҡ: "Уҙғандарым эҙҙәре"
Автор фотоһы.