Күкрәк ситлегенә һыйынып ҡына йөрәк илай...
Илар ине лә бит, тулай, тулай...
Ярамай шул.
Башҡаларҙың тыныслығын боҙмаҫ өсөн,.
Уға шулай, һығылып ҡына,
Илау ҡулай.
Ниңә икән был ҡәҙәре
Йөрәк һыҙлай...
Һағыштанмы, әллә шулай
Моң-зарына
Тулышҡанмы?...
Сәбәптәрен, хәсрәттәрен
Һис кемгә лә һөйләй
Алмай,
Йөрәк илай...
Аһһһ, был ӘСӘ йөрәге.
Римма Баймырҙина