Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2025, 11:00

Айыуҙан ҡасып һыуҙа ултырған

Балыҡсы, саҡырылмаған ҡунаҡ менән осрашыуҙан ҡурҡып, өс сәғәт һыуҙа ултыра.

Айыуҙан ҡасып һыуҙа ултырғанАйыуҙан ҡасып һыуҙа ултырған
Айыуҙан ҡасып һыуҙа ултырған

Ике ир 1 сентябргә ҡарай төндә Бөрө районы биләмәһендә Ағиҙел йылғаһына балыҡ ҡармаҡларға бара. Бер балыҡсы артта айыу тауышын ишетеп, ярҙам һорау маҡсатында ауыл яғына һыпырта, ағасҡа эләгеп, ҡулын һындыра һәм телефонын юғалта.

Уны эҙләргә полиция, һунар күҙәтеүе һәм ауыл биләмәһе вәкилдәре сыға. Юғалған гражданды Бөрө районының Түбәнге Ыласынтау ауылынан 1,5 километр өҫтәрәк Ағиҙел йылғаһында тапҡандар. Ҡурҡҡан, өшөп-туңған ирҙе шәхси транспортына тиклем оҙатып ҡуялар. Артабан ул дуҫы менән өйгә юллана. 

Айыуҙан ҡасып һыуҙа ултырған
Айыуҙан ҡасып һыуҙа ултырған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас