

Һин мине арҡамдан һөйҙөң,
Шундай күңелем булды!
Бөгөн ошо хәлде иҫләп
Күҙҙәремә йәш тулды.
Бәләкәй балалар һымаҡ
Бик ихласлап ҡыуандым,
Яратҡандар бар икән тип
Бар күңелдән йыуандым.
Йөк аты кеүек тартһам да,
Мин дә бит ҡатын кеше,
Күңелем дә нескә генә,
Унда тик һөйөү хисе.
Ғүмергә ҡалыр йөрәктә
Һөйөп арҡа ҡағыуың,
Ошо шиғыр аша барһын
Һине лә яратыуым.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА –АЛТЫНБИКӘ.
"Ағиҙел" журналы төркөмөнән.
Автор фотоһы.