Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2025, 02:05

БАЛТЫРҒАН

Халыҡ йыры

БАЛТЫРҒАНБАЛТЫРҒАН
БАЛТЫРҒАН

Кешеләр, ти, бара, әй, бесәнгә,
Әйҙә, беҙ ҙә барайыҡсы бесәнгә.
Һыу буйында балтырған,
Сәскә атмай ҡалдырған, шул.
Уҙған саҡта кермәй ҡалма,
Ҡәҙер итмәй ҡалдырмам, шул.

Гелән генә беҙгә тура килә,
Үҙебеҙгә йырлап әле бейергә.
Француз яулыҡ- кәштәлә,
Һатылалыр биҫтәлә, шул.
Һеҙҙең менән осрашыуҙар
Юҡ ине әле иҫтә лә, шул.

Ураҡҡайҙар урҙым услап-услап,
Сүмәләләр ҡуйҙым әле ниргәләп.
Ары уҙһаң да, кер, туған,
Бире уҙһаң да, кер,туған, шул.
Атың арымаҫ, туның туҙмаҫ,
Иҫәнлекте бел, туған, шул.

"Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмөнән.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас