

Беренсе синыфта уҡып йөрөгән Сабир мәктәптән ҡайтып инә лә, портфелен мейес башына ырғытып:
– Етте! Башҡаса таң һарыһы менән мәктәпкә уятып йөрөмәгеҙ мине! Ике аяғымдың береһен дә баҫмаясаҡмын!
– Ни булды улым!? – ата-әсәһе аптырай.
– Ни булды - ни булды!? Уҡый белмәйем! Яҙа белмәйем! Ә һөйләшеп ултырырға рөхсәт итмәйҙәр!