

Айыу ҡыш уртаһында уянып китә. Өңө һыуыҡ, тамаҡ ас, тышта сатлама һыуыҡ... Йыбанһа ла, ауыл яғына юл тота. Бер аҙбар янына килеп етә, ҡараһа, бер ат бесән ашап тора.
- Ат, мин һине ашайым! - ти.
- Мине ашарға ярамай!
- Ни өсөн әле ул һине ашарға ярамай?!!!
- Сөнки мин колхоз малы!
- Колхоз малы икәнеңде нисек раҫлай алаһың?
- Артыма яҙылған. Бар, уҡып ҡара!
Айыу айғырҙың арт яғына сығып та өлгөрмәй тибелеп көрт араһына барып ята. Бер нисә сәғәттән һуң аңына килә лә үҙалдына: “Ахмааааҡ, үәт ахмаҡһың да инде, тайыштабан! Тфү!!! Уның арт яғына ниңә ҡараным инде?! Уҡый белһәм бер хәл!”