

Белеүебеҙсә, кешене кеше иткән дүрт үҙенсәлек бар:
1. аң һәм фекер;
2. рух;
3. ҡыйыулыҡ, азатлыҡ һөйөү;
4. һөйләшә белеү.
Бала тәрбиәһенең нигеҙен кешеләге ошо дүрт мөһим үҙенсәлекте камиллаштырыу тәшкил итә лә инде.
Педагогика - йәғни бала тәрбиәһе ислам динендә иң мөһим бер ғилем. Был маҡсаттарға ирешеү өсөн бала кескәй йәштән үк төрлө һөнәргә өйрәнергә һәм сәнғәт оҫтаһы булырға тырышырға тейеш.
Рәсүл Әкрәм, ғәләйһис-сәләм, был йәһәттән: «Алла сәнғәт оҫтаһы булған мөьминдәрҙе һөйөр», тигән. Ислам ғалимдарының бөйөктәренән булған Имам Ғазали хәҙрәттәре бала тәрбиәһе хаҡындағы әҫәрендә шуларҙы яҙған: «Бала - ата-әсә ҡулындағы бер аманаттыр, бөйөк бер ниғмәттер. Шул ниғмәттең ҡиммәте беленмәһә, ул ҡулдан китер. Бала - ул шәм кеүек төрлө сүрәттәргә инер. Бала - ул таҙа бер тупраҡ кеүек. Шул таҙа тупраҡҡа ниндәй орлоҡ сәселһә, уның емеше лә шулай хасил булыр. Сабыйҙарыбыҙға иман, Ҡөрьән Кәрим һәм Аллаһу Тәғәләнең әмерҙәрен өйрәтеп, Әхирәт һәм донъя сәғәҙәтенә осрашырға ярҙамсы булырға тейешлебеҙ».
Был һөйөү-сәғәҙәттең, был бәхеттең сауабы ата-әсәләре менән уртаҡ булыр. Ата-әсәләр өсөн балаларын тәрбиәләү йәһәннәм утынан һаҡланыу, ғазаптарынан һаҡланыуҙан тағы ла мөһимдер. Бөтә динһеҙлек һәм яйһыҙлыҡтарҙың башы балаларыбыҙ сабый сағында дини тәрбиә күрмәгәнлектәндер һәм насар дуҫтар-иптәштәр мөхитендә ҡалыуҙандыр.
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм: «Бөтә балалар мосолманлыҡ рухы менән донъяға килә. Ләкин һуңынан ғаиләлә ата-әсәләре христиан, йәһүд йә иһә динһеҙ итер», - ти. Ислам динебеҙҙең әхлаҡи ҡөҙрәттәре, инсани һәм социаль ҡараштан, бала тәрбиәһе булған бер хазиналыр. Әгәр бала был инаныстар нигеҙендә тәрбиәләнһә, выжданлы, яҡшы холоҡло, йәмғиәткә яраҡлы бер кеше булыр.
Пәйғәмбәребеҙ бойорҙо:
Атаның балаларына ҡалырлыҡ иң бөйөк мираҫы - гүзәл тәрбиә.
Балаларығыҙ менән инсафлы мөнәсәбәттә булығыҙ һәм уларҙы яҡшы тәрбиәләгеҙ.
Һаҡ булығыҙ: ҡыҙ балаларығыҙҙы хурлауҙан һаҡлағыҙ.
Бала - Йәннәт ниғмәттәренең береһелер.
Йәннәттә рәхәт тын алырлыҡ һәм һөйөнөс менән тулы шундай бер ер барҙыр, унда тик балаларын һөйөндөргәндәр генә алыр.
Балаларығыҙ һеҙгә Алланың иң гүзәл бүләгелер. Тимәк, уларҙы хәрәм ризыҡ менән туҡландырмағыҙ.
Алланан ҡурҡығыҙ һәм балаларығыҙ хаҡына шәфҡәт менән ғәҙеллектән айырылмағыҙ.
Дини календарҙан.